Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Февраль 2023, 09:30

Ни булған бөгөнгө көнгә?

Их, тағы бер үлем... Әбйәлил районындағы аварияла ҡатын кешенең ғүмере өҙөлгән...

Ни булған бөгөнгө көнгә?Ни булған бөгөнгө көнгә?
Ни булған бөгөнгө көнгә?

Көндөҙ сәғәт ун ике тирәһендә Асҡар-Әлмөхәмәт-Сибай юлының 35-се саҡрымында ҡара-ҡаршы килгән "Лексус" менән "ВАЗ-2114" машиналары бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһында "ВАЗ"дың водителе һәләк булған. Ваҡиға урынында полиция хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Хәлдең нисек булыуы асыҡлана.

Ҡатындың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас