Йөктә - юлһыҙ ерҙән йөрөгән 22 еңел автомобиль, күсмә мунса, квадрокоптерҙар, тепловизорҙар, буржуйкалар, экипировка, йылы кейем, генераторҙар. Иң ҡәҙерлеһе - беҙҙең һалдаттар түҙемһеҙлек менән көткән хат-посылкалар.
Конвойҙы булдырыуҙа республиканың 17 район-ҡалаһы көс һалған. 13 башлыҡ колоннала юлға сыҡҡан - улар яҡташтары менән осрашып, проблемалары тураһында беләсәк һәм уларҙы хәл итеү юлын өйрәнәсәк. Был практика бик кәрәкле булып сыҡты.
Минеңсә, беҙҙең яугирҙәргә тиҙҙән алып барып еткереләсәк йөк уларҙың хәрби эшенә файҙа килтерәсәк һәм көндәлек тормоштарына тыуған Башҡортостан йылыһы индерәсәк.
Колоннаны булдырыуҙа ҡатнашыусыларға рәхмәт әйтәм һәм уның тәғәйен урынға именпаман барып етеп, мажараһыҙ әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйем.