Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Февраль 2023, 23:55

Фидан Ғафаров селтәрле бизнесҡа ингән

Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров "Бәйләнештә" сәхифәһендә селтәрле бизнес вәкилдәре һата торған БАД-ты рекламалаған. Йырсы әлеге БАД-тың организмға файҙалы булуын әйткән.

Фидан Ғафаров селтәрле бизнесҡа ингән
Фидан Ғафаров селтәрле бизнесҡа ингән

Һәм уны алыу өсөн килене Алина Ғафароваға мөрәжәғәт итергә ҡушҡан.

Дәрәжәле артистың БАД рекламалап утырыуы күптәргә оҡшап етмәгән.

«Фидан ағай, һеҙҙе сәхнәгә сығарһалар, һеҙ үҙегеҙ дарыу кеүек халыҡҡа. Беҙ бит Фидан ағайҙы матур тауышы, йырҙары өсөн хөрмәт итәбеҙ, яратабыҙ. Рекламала күргәс әллә нисек, сәйер» - тип яҙған берәүһе.

«Һеҙ халыҡ артисы был реклама менән йәнәшә торорға тейеш түгел»;

 «Эйе шул, дәрәжәгеҙҙе төшөрмәгеҙ, Фидан ағай», - тип тә ҡушылған башҡалар.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: