Бәйләү, сигеү, һүрәт төшөрөү… Күңел тартҡан шөғөл тынысландыра, үҙеңде аңларға, алда торған мәсьәләләрҙе сисеүгә булышлыҡ итә. Һүрәт төшөргәндә йәки шиғыр яҙған мәлдә беҙ төпкө аңыбыҙҙан хәбәр алғандай булабыҙ. Ижад ярҙамында дауалау– арт- терапия бөгөн психологияла һәм психотерапияла киң ҡулланыла. Хобби һайлауҙа төп ҡағиҙә – ул һеҙгә ҡыуаныс килтерергә тейеш . Психологтар тағы ошондай кәңәштәр бирә.
Башланған эшен тамамлап ҡуйыу бик ауыр бирелгән холериктарға үреү, сигеү, бәйләү кеүек түҙемлек талап иткән шөғөл файҙалы булыр.
Борсолоулы уйҙар, тынғыһыңлыҡ баҫһа, иғтибарҙы икенсе эшкә күсереү яҡшы. Туҡымаға йәки ҡағыҙға һүрәт төшөрөү, кейем, уйынсыҡ йә башҡа нәмә өсөн ҡатмарлы һыҙмалар уйлап табыу, сигеү өсөн үҙенсәлекле биҙәктәр ижад итеү, бисерҙан әйберҙәр эшләү, еңел булмаған мозаика төҙөү кеүек мауығыуҙар уйҙарығыҙҙы кәрәкле юҫыҡҡа борорға ярҙам итер.
Үҙ көсөгөҙгә ышанмағанда, тормошоғоҙға идара итә алмаған тойғо биләгәндә, иң яҡшыһы – балсыҡ менән эшләү. Сөнки ул – ер.Был шөғөлгә кинәйәләп төрлө мәғәнә һалырға мөмкин. Хатта төрлө кеше лә балсыҡтан әүәләнгән, тигән ҡараш йәшәй. Ҡулығыҙға балсыҡ тотоп, нимәлер әүәләүгә тотоноу менән ижадсы булыуығыҙға инана башларһығыҙ.