Фажиғә иртәнге сәғәт һигеҙенселә Өфө-Ырымбур автомобиль юлының 151-се саҡрымында булған. Әлегә билдәле булыуынса, Көйөргәҙе районынан 31 йәшлек ир идара иткән "Лада Приора" менән Өфө районынан 39 йәшлек ир идара иткән "Скания" бәрелешкән. Унан һуң йөк машинаһына ҡаршы килгән "Ниссан Кашкай" ҙа һуғылған.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә илебеҙ автомобиле водителе ауыр йәрәхәттәрҙән вафат булған. Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Хәлдең нисек булыуы асыҡлана.
Өфө-Ырымбур федераль автомобиль юлының 157-се саҡрымында томан арҡаһында дүрт автомобиль бәрелешкән. Зыян күреүселәр юҡ.
146-163 саҡрымдарҙа ҡуйы томан. Шуға бәйле федераль автомобиль юлының был участкаһын Салауат ҡалаһы аша урап сығыу ойошторолған. Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһы водителдәргә һәм йәйәүлеләргә иғтибарлы булырға кәңәш итә.
Фото: БР ЮХХДИ.