Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Февраль 2023, 13:46

Бөгөн - "калуш" көнө

Кемгә нисек оҡшай, шулай атағыҙ - калуш, галош, кәүеш. Ауылда һәр өйҙә барҙыр был аяҡ кейеме.  

Бөгөн - "калуш" көнө
Бөгөн - "калуш" көнө

Калош йәки галош һүҙенең ҡайҙан килеп сығыуы ла бәхәсле. Берәүҙәр, француз һүҙе, ти, икенселәр - грек. Һәр хәлдә ул ҙур тарихлы аяҡ кейеме. 

Беҙҙә лә үзбәк калошы, һай калош таралғайны, хәҙер килеп, ҡытай калошы тулып ята. Әлдә бар әле ул, тиҙәр. Кем әйтмешләй, иң ходовой аяҡ кейеме калош инде.

Ошо шиғырҙы ла иҫләйһегеҙҙер әле:

Сыҡтым урамға ҙур галуш кейеп, 

Өндәштем, һаумы, ата ҡаҙ, тиеп.

Ә ул ыҫылдап, миңә ташланды,

Ихата буйлап ҡыуа башланы...

Хәйер, был шиғырҙың интернетта ошолай тулы варианты бар (авторы онотолған, үкенескә):

Ата ҡаҙ

Тышта ҡаңғылдап

Йөрөй ата ҡаҙ.

Асыуым килә

Шул ҡаҙға бер аҙ.

Йөрөй маһайып,

Муйынын һуҙып.

Тып – тып баҫыуын

Ҡарауы - ҡыҙыҡ.

Сыҡтым янына

Ҙур галош кейеп.

Өндәштем: “Көш – көш,

Ата ҡаҙ!” – тиеп.

Ә ул, ыҫылдап,

Миңә ташланды,

Ихата буйлап

Ҡыуа башланы.

Кинәт, һөрлөгөп,

Ҡапландым юлға.

Өҫтөмдән шыуып

Ҡаҙ осто шунда.

Сапты ул бер аҙ

Тыйыла алмай.

Мин кире яҡҡа

Һыпыртам, малай!

Ҡояш йылмая,

Көлә минән яҙ...

Артта ҡаңғылдап

Ҡалды ата ҡаҙ.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: