Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Февраль 2023, 21:05

Ай бәләкәйләнә

Ай тулған төндә 5 февралдән 6-һына тиклем республикала йәшәүселәр ғәҙәттәгенән күпкә аҙыраҡ һәм тоноғраҡ булған Айҙы күрә ала. Был хаҡта Өфө ҡала планетарийы хәбәр итә.

Ай бәләкәйләнә
Ай бәләкәйләнә

Был ваҡытта апогея нөктәһенән алыҫ түгел - ул Ерҙән иң алыҫ ятҡан ай орбитаһындағы нөктә. Тулған ай апогея янында булғанда, быны Микролуния тип атайҙар. Ерҙән алыҫтараҡ булғанда, апогеяла Ай асығыраҡ күренә.

 

«Бәләкәй» Айҙы 5 февраль төнөндә һәм уға тиклем бер көн алдан да күрергә мөмкин, сөнки апогей Ай 4 февралдә Өфө ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 3 тула 4 минутта Ерҙән 406 475 саҡрым алыҫлыҡта урынлашасаҡ.

 

Тулы ай 5 февралдә Мәскәү ваҡыты буйынса 23:28-ҙә башлана, ә 5 февралдә киске 17:10-да Өфө ваҡыты буйынса офоҡ өҫтөнән «бәләкәй» тулы Ай сыға.

 

Ай тулған мәлдә Өфө ваҡыты буйынса төнгө 12-се 28 минутта көньяҡ-көнсығышта офоҡтан юғарыраҡ (50 градус) күренә, шул арҡала тағы ла бәләкәйерәк тойола.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: