Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Февраль 2023, 14:10

Андрей Назаров буласаҡ кампус майҙансығындағы эштәр менән танышты

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Өфөлә буласаҡ халыҡ-ара кимәлдәге Евразия фәнни-белем алыу үҙәгенең Вуз-ара студент кампусы төҙөлөшөн тикшерҙе.

Андрей Назаров буласаҡ кампус майҙансығындағы эштәр менән танышты
Андрей Назаров буласаҡ кампус майҙансығындағы эштәр менән танышты

Шунан һуң кабмин етәксеһе объект төҙөлөшө һәм концессия килешеүен тормошҡа ашырыу буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Андрей Назаров проектҡа ҡарата үҙ мәнфәғәттәре булған ведомство, ойошма етәкселәре, ректорҙар менән IQ парк бинаһы төҙөлөшөн ҡараны. Бында киләсәктә Башҡортостандан ғына түгел, бөтә Рәсәйҙән иң яҡшы аҡылдар тупланасаҡ. Бер юлы барыһы ла проект ҡарарҙарын ҡулайлаштырыу варианттарын да тикшерҙе. Йыйылыусылар аҙаҡтан икенсе сират майҙансығын да үҙ иғтибарынан ситтә ҡалдырманы.

Артабан Андрей Назаров етәкләгән делегация ЦУР бинаһына йүнәлде. Унда мөһим объект - студенттар кампусы төҙөлөшө һәм концессия килешеүен тормошҡа ашырыу буйынса кәңәшмә үтте. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: