Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Февраль 2023, 14:30

Өй еҫтәренән баштар әйләнә....

"Блиндажға баштарына каска, өҫтәренә бронежилет кейгән, иңдәренә автомат аҫҡан егеттәр килеп инде. Сибай, баймаҡтар икән. Табынды күрҙеләр ҙә, шаҡ ҡаттылар: "Ҡаҙы ашап ултыраһығыҙ инде әллә?!" Ә учалылар, баймаҡтар кеүек үк түш күгәртеп һуғып тормаһалар ҙа, күкрәк кирҙе: "Хуш килдегеҙ, егеттәр! Һиҙәһегеҙме, бында Учалы еҫе! Бына беҙ Учалыға ҡайтып, ҡаҙы, ит килтерҙек әле ул. Әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ!"  

Өй еҫтәренән баштар әйләнә....
Өй еҫтәренән баштар әйләнә....

Луганск өлкәһенең Кременной ҡалаһына ике тапҡыр барып, посылкалар таратҡан Урал Ғиззәтуллин йөрәкһеп, артабан һүҙен дауам итә:

- Ниндәй хәлдә лә егеттәребеҙ танау төшөрөп, төшөнкөлөккә бирелеп ултырмай! Шаяртып-көлөүҙәренә, мәрәкәләүҙәренә, бер-береһенең күңелен күтәрергә тырышыуҙарын күреп, уларға һоҡланып бөтә алманым. Командирҙары егеттәребеҙҙе маҡтай. Башҡорттар ҡарап тормай, бик ҡыйыуҙар, ныҡ ауан, яугир кешеләр, улар менән бергә эләккәнемә ҡыуанам, ти. "Никогда не подведут, будут стоять до последнего, горжусь, что служу вместе с ними", - тигәс, күҙгә йәштәр тығылды, хатта...

Миңә: "Алла бирһә, һуғыш бөтһә, бөтәбеҙ ҙә, 180 кеше, йыйылышып һиңә киләбеҙ", - тиҙәр. Килегеҙ, тинем. Ишегем һәр саҡ асыҡ. Имен-һау ҡайтып етеүҙәре минең өсөн иң мөһиме. 

Тағы ла барып ҡайтырға тура килер, тип ултырам. Сөнки посылкалар бик күп. Кременнойҙағы егеттәребеҙгә ошоға тиклем бер гуманитар ылау ҙа барып етмәгән. Уның сәбәптәрен белмәйем, бер кемде лә ғәйепләмәйем. Беҙ беренсе алып барҙыҡ. Өй күстәнәстәрен алып, егеттәрҙең нисек ҡыуанғанын күрһәгеҙ! Әйберҙәрҙе еҫкәп туя алмайҙар - тыуған ер еҫе килә, тиҙәр: "Хатта баш әйләнә ғәзиз ер еҫенән"... Уларҙың шул мәлдә кисергән хис-тойғоларын һүҙ менән әйтеп, һөйләп бирерлек түгел, күрер кәрәк...

Минең менән барған бик шәп егеттәргә - Ҡоҙаш ауылынан Марсель, Айгиз, Илдар Йәнтүриндар, Айгиз Тажетдинов, Сәфәр ауылынан Вадим Ғәлин, Нәргиз Мөхәмәтйәнов, Илсе ауылынан Илдар менән Роза Ульдановтар, Өфө ҡалаһынан Эдуард Алешкин, Магнит ҡалаһынан Урынтай  Ғәлиевҡа ҙур рәхмәт!

Бында ҡыҙҙар тураһында ла яҙыр кәрәк. Посылкаларҙы төнгә тиклем фасовать иттеләр, уларға бик ҙур рәхмәтемде белдерәм, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйем, яҡындарын иҫән-һау көтөп алырға яҙһын һәр береһенә: Рузана Дауытова, Гөлсирә Гәрәева, Эльвира Гәрәева, Оксана Минһажева, Айгизә Ҡотоева, Айгөл Юланова, Гөлдәр Нәжәт ҡыҙы, Эльвира Фәсхетдинова, Роза Ульданова, Лидиә Хисмәтуллина, Айгөл Уразаева, Альбина Ғилметдинова, Гөлсөм Ваһапова, Әнисә Мәсәғүтова, Оксана Солтанова - һеҙгә афарин!

Иң ҙур рәхмәтем ҡатыным Зилиәгә һәм аҡса йыйыуҙы ойошторған Юлиә Ғәлинаға. Ҡатыным мине ҡеүәтләп тормаһа, ихлас ярҙам итмәһә, Юлиә бар йөрәген ошо изге эште башҡарыуға һалмаһа, миссиябыҙҙы атҡарып сығыуы мөмкин булыр инеме ни?

Ә беҙ арыҫлан йөрәкле, изге күңелле Урал Ғиззәтуллинға, башҡа ҡыйыуҙарға рәхмәт әйтеп бөтә алмайбыҙ... Бар бит шундай иҫ киткес шәп ир-егеттәребеҙ!

Фото: У.Ғиззәтуллин. 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: