Ҡыҙыл зонала шулай уҡ Хәйбулла, Көйөргәҙе, Ғафури райондары, Октябрьский һәм Күмертау ҡалалары. Был хаҡта "Башинформ" мәғлүмәт агентлығына "Роспотребнадзор"ҙың төбәк идаралығынан хәбәр иткәндәр.
Ведомствоның аҙналыҡ мониторинг һөҙөмтәләренән күренеүенсә, киҫкен респиратор инфекциялары һәм киҙеү менән ауырыған кешеләрҙең һаны уҙған аҙна менән сағыштырғанда 1,6% артҡан. Үткән аҙнала Башҡортостанда лаборатор раҫланған киҙеүҙең 95 осрағы теркәлгән.
Шулай уҡ балалар һәм үҫмерҙәр араһында ауырыуҙарҙың күбәйеүе күҙәтелә: 3-6 йәшлектәр төркөмөндә һәм 7-14 йәшлек балалар төркөмөндә үҫеш кимәле + 13,7 һәм + 22,6% тәшкил иткән. Күҙәтеү ведомствоһында билдәләүҙәренсә, ата-әсәләргә баланың һаулығына иғтибарлы булырға кәрәк, мәктәпкә сәләмәт бала ғына ебәрергә кәрәк. Үҙегеҙ ҙә ауырып китһәгеҙ, өйҙә генә ултырығыҙ, вирус таратып йөрөмәгеҙ.
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ теләп ҡалабыҙ! Бирешмәгеҙ сирҙәргә!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.