Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Февраль 2023, 16:30

Сит илдә ял итергә яратыусыларға чип ҡуясаҡтар?!

Һәм мәжбүри рәүештә. Ни сыҡһа, шунан сыға...

Сит илдә ял итергә яратыусыларға чип ҡуясаҡтар?!
Сит илдә ял итергә яратыусыларға чип ҡуясаҡтар?!

РФ Дәүләт Думаһы депутаты, Хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы тороу буйынса комитет ағзаһы Солтан Хамзаев фекеренсә, сит илдә ял итергә яратыусы түрәләрҙе уларҙың хәүефһеҙлеге өсөн махсус датчиктар менән тәьмин итергә кәрәк. Маҡсат бер – халыҡ-ара контрразведкаға һәм "вербовка"ға (тыуған илен һатыу йәһәтенән) эләкмәһендәр.

СВО барышында сит илдә ниндәй ял ти ул? Ә ундайҙар бар.

Шуға ла Хамзаев былай ти: “Считаю, что тех чиновников, кто неугомонно рвётся отдыхать за границу, которым так надо выехать по своим личным делам – предлагаю в принудительном порядке "чипировать" и нужно провести мониторинг и определить группу риска...”

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: