«Автомаркет» предприятиеһы резина онтаҡ етештерә. Уны балалар һәм спорт майҙансыҡтарын төҙөүҙә ҡулланалар. Киләсәктә регенерат етештереү һәм еңел машиналар покрышкаһынан пиролиз май сығарыу өсөн пиролиз технологияһын үҙләштереү ниәттәре бар.
Әйткәндәй, былтыр Өфөлә "Шиндарҙы утилләштереү" акцияһы халыҡта хуплау тапҡан. Шиндарҙы алмаштырыу миҙгелендә иҫкеләрен ҡабул итеү өсөн махсус бункерҙар ҡуйылған. Йыйылған материалдарҙы утилләштереү предприятиеларына ебәргәндәр.
"Экология" милли проектының "ТКО менән эшләүҙә комплекслы система" федераль йүнәлеше буйынса ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү өсөн Башҡортостанда күп эш башҡарыла.
Фото: БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан.