-13 °С
Болотло
“Роспотребнадзор” белгестәре әйтеүенсә, вирустың был төрө иммун системаһының һаҡлау һәләтенә лә ҡарамай. Йәғни, көслө иммунитетлы кешеләргә лә йоғоуы ихтимал. Шулай ҙа уның киҫкен рәүештә таралыуы күҙалланмай, имеш.
Әйткәндәй, “кракен” былтыр октябрҙә АҠШ-та тарала башлаған. Рәсәйҙә тәүгә 12 ғинуарҙа Пензала йәшәүсе бер ҡатында асыҡланған. Әлеге икенсе осрағы Тыва республикаһында теркәлгән. Вирусты йоҡтороусы кеше еңелсә ауырый.
Ғалимдар белдереүенсә, “кракен” әллә ни ҡурҡыныс түгел. Шулай ҙа һаҡлыҡ талап ителә.