Беҙҙең күрһәткестәр уртаса Рәсәй күрһәткестәренән өс тапҡырға тиерлек юғары. Инвесторҙарға тәҡдим ителгән өҫтөнлөктәр рәтендә - һалым ташламалары, сығымдарға субсидиялар, займ алыуға льготалар, ер участкаһын алыуға булышлыҡ итеү һ.б.
Радий Хәбиров төбәктенң идара командаһына иҡтисадтың тотороҡлолоғон тәьмин итеүгә булышлығы өсөн рәхмәт белдерҙе.
Яңы проекттарға килгәндә, шундайҙар бар: Иглин районында 1200 һыйыр малына ферма төҙөү ("Боково" компанияһы), Стәрлебаш ҡошсолоҡ фермаһында етештереү ҡеүәтен арттырыу, Көйөргәҙе районында 750 урынлыҡ йыл әйләнәһенә эшләүсе шифахана төҙөү ("СТК" компанияһы), "Эрудит" компанияһында етештереүҙе киңәйтеү.
Әйткәндәй, һуңғы компания мебель етештереү, китап һәм канцелярия тауарҙарын һаҡлау келәте төҙөргә ниәтләй. Бина төҙөлөшөнә 110 млн һум инвестиция һалынасаҡ. Был проектҡа өҫтөнлөклө статусы бирелде.
Фото: БР Башлығы сайтынан.