Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Февраль 2023, 09:35

Иғтибар, кеше юғалған!

Өфө районының Подымалово ауылында 42 йәшлек Илшат Ғилмановты эҙләйҙәр. Ул 26 ғинуарҙа өйөнән сығып китә һәм ҡайтмай. Был хаҡта «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «Башрегионспас» төркөмөндә хәбәр ителә.

Иғтибар, кеше юғалған!
Иғтибар, кеше юғалған!

Ирҙең билдәләре: буйы 178 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, ҡыҫҡа һарғылт сәсле һәм зәңгәр күҙле. Ул ҡара-йәшел камуфляж костюмы, ҡара-һоро итек һәм ҡара бәйләнгән башлыҡ кейгән булған.

Илшат Ғилмановтың ҡайҙа икәнлеге хаҡында белгәндәрҙең барыһын да 89373102112 йәки 112 телефондары буйынса шылтыратыуҙарын һорайҙар.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: