Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Февраль 2023, 09:49

Өфөлә ҡот осҡос хәл - атаһы ике улын үлтергән!

Степан Кувыкин урамында теркәлгән фажиғә күп балалы ғаиләлә ҡупҡан.

Өфөлә ҡот осҡос хәл - атаһы ике улын үлтергән!
Өфөлә ҡот осҡос хәл - атаһы ике улын үлтергән!

 Алдан билдәле булыуынса, бында ҡатын кеше күршеләге фатирға туҡылдатып хужабикәне сығарған һәм ирегеҙ минең ир менән һөйләшһен әле, янъял ҡуптарҙы, тип ярҙам һораған.  Ул 10 йәшлек ҡыҙы менән булған.
Барыһы ла фатирға юлланһалар, ишек бикләнгәне асыҡланған. Ҡотҡарыусыларға шылтыратырға тура килгән - улар ишекте емереп асҡас, ҡот осҡос күренеш асылған. Фатирҙа 6 һәм 13 йәшлек малайҙарҙың һәм аталарының мәйете табылған. Балаларҙың тәндәрендә бысаҡ эҙҙәре асыҡланған. Алдан билдәле булыуынса, уларҙы атайҙары үлтергән һәм ир үҙ-үҙенә ҡул һалған.   

Әле енәйәт урынында хоҡуҡ һаҡлаусылар эшләй. Ғаилә иҫәптә тормаған, ир эре компанияла эшләгән һәм отпускыла булған. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: