Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Февраль 2023, 14:31

Өфө фән һәм технологиялар университеты базаһында хәрби уҡыу үҙәге төҙөләсәк

Был турала Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин белдерҙе.

Өфө фән һәм технологиялар университеты базаһында хәрби уҡыу үҙәге төҙөләсәк
Өфө фән һәм технологиялар университеты базаһында хәрби уҡыу үҙәге төҙөләсәк

Тейешле ҡарарға ла ҡул ҡуйылған. Документта яҙылыуынса, хәрби әҙерлек үҙәген булдырыу өсөн вузға федераль ҡаҙнанан аҡса бүленә. Үҙәк бығаса ӨДАТУ базаһында эшләгән кафедраны алмаштырасаҡ, тик хәҙер хәрби әҙерлекте бөтә студент үтә аласаҡ.

Өфөнөң ике юғары уҡыу йорто – Башҡорт дәүләт һәм Өфө дәүләт авиация техник университеттары былтыр берләштерелде.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: