Республика парламенты Рәйесе Константин Толкачев үткәргән кәңәшмәлә етештереүселәр, министрлыҡтар вәкилдәре, СВО-ла ҡатнашыусылар (улар әле ҡыҫҡа ваҡытлы ялда) булды. Ҡоролтай йортонда үҙебеҙҙә етештерелгән төрлө экипировка, палатка, башҡа кәрәк-яраҡтар күргәҙмәһе лә ойошторолдо.
Толкачев белдереүенсә, яугирҙар төп обмундирование менән тәьмин ителгән, әммә яу шарттарында тиҙ эшлектән сыҡҡан әйберҙәр ҙә була, шулай уҡ медицина препараттары ла, заманса техник саралар ҙа гел кәрәгә. Беҙҙең предприятиеларҙың потенциалы киң булыуы ла иҫәпкә алынды. Кәңәшмә һуңында бөтә мәсьәләне контролләүсе координация функцияһын үтәүсе махсус эш төркөмө булдырыу кәрәклеге билдәләнде.
Фото: БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай сайтынан.