Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Февраль 2023, 15:15

Уҙған тәүлектә Башҡортостан халҡы муттарға 9 миллион һум тиерлек аҡса күсергән

Өфөнән 53 йәшлек ҡатынға ялған "банк хеҙмәткәре" шылтыратып, билдәһеҙ кешеләр уның иҫәбенән аҡсаны урлап, исеменән кредит алырға маташыуҙары хаҡында хәбәр иткән. Йәнәһе лә, "кредитты ябыр өсөн" ҡатынға йәһәт кенә 3,5 миллион һум кредит алырға кәрәк. Ҡатын муттың кәңәштәрен тыңлап, ҡутарғансы кредит алған һәм миллиондарҙы билдәһеҙ иҫәптәргә күсергән.

Уҙған тәүлектә Башҡортостан халҡы муттарға 9 миллион һум тиерлек аҡса күсергән
Уҙған тәүлектә Башҡортостан халҡы муттарға 9 миллион һум тиерлек аҡса күсергән

Баш ҡалала йәшәгән 82 йәшлек әбейҙе, ҡыҙығыҙ арҡаһында башҡа кешеләр юл-транспорт ваҡиғаһында йәрәхәтләнде, 600 мең һум аҡса түләһәгеҙ, зыян күреүселәр менән һөйләшеп килешергә булыр ине, тип алдарға маташҡандар. Әбей шунда уҡ ялған "хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре" менән һөйләшеүен аңлап, һөйләшеүҙе өҙгән.

Үәт, афарин! 

Тәүлек эсендә муттарҙың тоҙағына 16 кеше эләккән. Һаҡ булығыҙ!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: