Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Февраль 2023, 16:35

Радий Хәбиров Федераль юл агентлығы етәксеһе менән һөйләшкән

Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә яҙыуынса, "Росавтодор" етәксеһе Роман Новиков республика проекттарына ҙур әһәмиәт бирә.

Радий Хәбиров Федераль юл агентлығы етәксеһе менән һөйләшкән
Радий Хәбиров Федераль юл агентлығы етәксеһе менән һөйләшкән

Федераль юл агентлығы менән берлектә транспорт инфраструктураһы проекттары байтаҡ. Иң тәү сиратта был - "Волга" М - 7 федераль трассаһының Башҡортостандағы өлөшө. Президент ҡушыуы буйынса эштәрҙе киләһе йылға тамамларға тейешбеҙ. Шул уҡ ваҡытта Өфөнән Көнсығыш урау юлын да һалабыҙ. Йыл аҙағына был төҙөлөш тамам буласаҡ. Киләһе этабы - Өфө үҙәгендә.

"Стәрлетамаҡ районында Р-240 трассаһын капиталь ремонтлау - беҙҙең өсөн мөһим объект. Бында авариялар күп һәм хәрәкәт көсөргәнешле, ике һыҙат етмәй. Ер участкалары менән бәйле ойоштороу мәсьәләләрен хәл иттек, проект әҙер. Федераль коллегаларыбыҙҙың ярҙамына иҫәп тотабыҙ. Беҙ юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса етди эшләйбеҙ, шул иҫәптән Федераль юл агентлығы менән берлектә. Үҙ-ара эш итеү һөҙөмтәһе: беҙ федераль юлдарҙа үлем осраҡтары күрһәткесен 48 процентҡа кәметә алдыҡ. Туҡтап ҡалмайбыҙ. Беҙҙең алда торған киләһе ҙур бурыс - 2027 йылға республика юлдарының терәк селтәрҙәренең 85 процентын нормативтарға ярашлы хәлгә килтереү. Бынан тыш, йыл һайын территориаль заказда иң ҡатмарлы юлдарҙы ремонтлауға дүрт миллиард һум һалырға һөйләштек. Алда пландар байтаҡ. Роман Витальевичҡа Башҡортостанға иғтибары һәм эшебеҙҙе юғары баһалауы өсөн рәхмәт белдерәм", - тип яҙған республика етәксеһе.

Фото: vk.com (Радий Хабиров).

 

Радий Хәбиров Федераль юл агентлығы етәксеһе менән һөйләшкән
Радий Хәбиров Федераль юл агентлығы етәксеһе менән һөйләшкән
Радий Хәбиров Федераль юл агентлығы етәксеһе менән һөйләшкән
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: