Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Февраль 2023, 20:10

Башҡорт бройлерҙары Ҡытайға һатыласаҡ

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Черкизово" төркөмөнөң генераль директоры Сергей Михайловты ҡабул итте. Улар республикабыҙҙа ҡошсолоҡто үҫтереү мәсьәләләре буйынса фекер алышты.  

Башҡорт бройлерҙары Ҡытайға һатыласаҡ
Башҡорт бройлерҙары Ҡытайға һатыласаҡ

Былтыр декабрҙә «Черкизово» төркөмө «Русское зерно Уфа» компаниялар төркөмөнөң бер нисә ҡошсолоҡ һәм үҫемлекселек активтарын һатып алған.  Улар араһында «Башкирское зерно», «Уфимский комбинат хлебопродуктов», «Трубаслинские бройлеры» йәмғиәттәре бар.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эшкәртеү предприятиелары менән ҡыҙыҡһыныу барлығын белдерҙе. Сергей Михайлов әйтеүенсә, тиҙҙән алған активтарҙы модернизациялау башланасаҡ. 500 млн һум инвестиция һалынасаҡ.

- Киләһе йылда бройлер итен етештереү ҡеүәтен 65 мең тоннанан 100 меңгәсә еткереү күҙаллана. Артабан был күрһәткес 120 мең тоннаға тиклем үҫәсәк. Бынан тыш, был предприятиелар бығаса экспортҡа эшләмәһә, әле үк Ҡытайға ғариза бирҙек, - тине "Черкизово" етәксеһе.

Фото: БР Башлығы сайтынан. 

Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас