Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Февраль 2023, 09:39

Милли әҙәбиәт музейында - яңы етәксе

"Башинформ" агентлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейында етәксе алмашынған, хәҙер музей директоры вазифаһын быға тиклем музей директоры урынбаҫары, шулай уҡ республика хөкүмәте аппаратында һәм Мәҙәниәт министрлығында төрлө вазифала эшләгән Айгөл Зөлҡәрнәева башҡара.

Милли әҙәбиәт музейында - яңы етәксе
Милли әҙәбиәт музейында - яңы етәксе

Музейҙың элекке директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлдәр Сабит ҡыҙы Моратова хаҡлы ялға сыҡҡан.

Әйткәндәй, Милли әҙәбиәт музейы Башҡортостан Республикаһы президенты указы менән 1996 йылдың 22 октябрендә ойошторолған. Ул әҙәби ҡомартҡыларҙы, әҫәрҙәрҙе, ҡулъяҙмаларҙы, яҙыусыларҙың шәхси әйберҙәрен системалы, комплекслы өйрәнеү, һаҡлау һәм Башҡортостанда күп быуатлыҡ әҙәби процестың төрлө этаптарын яҡтыртыу, халыҡтың киң ҡатламын башҡорт әҙәбиәте, республика халыҡтары әҙәбиәте үҫешенең оҙайлы, ҡатмарлы һәм ҡаршылыҡлы юлы менән таныштырыу маҡсатында булдырылған.

Әлеге көндә биш филиалы ла эшләй: Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы, Миәкә районының Туҡһанбай ауылында Мифтахетдин Аҡмулла музейы; Дүртөйлө районының Әсән ауылында Шәйехзада Бабич музейы; Ҡырмыҫҡалы районының Ибраһим ауылында Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев музейы; Белорет районының Асы ауылында Арыҫлан Мөбәрәков музейы.

Фото: "Башинформ"

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: