Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Февраль 2023, 11:05

Кис ултырыу – үҙе бер ғүмер

Элек-электән ауылдарҙа кис ултырыу йолаһы булған. Ғәҙәттә, кис ултырыуға көндәр ҡыҫҡарып, төндәр оҙонайғас йөрөгәндәр. Һәр кем үҙ ҡул эштәре, бешкән ризығы менән йыйылған. Шуныһы ҡыуаныслы, матур йоланы әле лә дауам итеүселәр бар. Благовар районының Яныш ауылында йәшәүсе Флида һәм Әнисә Имаеваларҙың ҡунаҡсыл йорто ауыл ҡатын-ҡыҙҙарын кис ултырыуға йыйҙы.

Кис ултырыу – үҙе бер ғүмер
Кис ултырыу – үҙе бер ғүмер

Ауылдың уңған хужабикәләре бәйләм бәйләп, ҡыҙыҡлы хәлдәр хаҡында һөйләшеп, кәңәштәр биреп, төрлө ризыҡ рецепты менән бүлешеп, йәшлек йылдары хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Әйткәндәй, Яныш ауылы быйыл  «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ла ҡатнаша. Ауыл халҡы өсөн әленән-әле төрлө мәҙәни, спорт сараһы үткәрелеп тора. Мәҫәлән, яңыраҡ Олимпия резервындағы спорт мәктәбендә ГТО комплексы нормативын тапшырыу буйынса спорт ярышы ойошторолдо. Ә ауылы мәҙәниәт йортонда педагогик хеҙмәт  ветераны Әлфиә Хөснулла ҡыҙы Ғәҙелшина "Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының  түшелдеректәрен стилләштереү" тип аталған  оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: