Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Февраль 2023, 15:51

Ихатала шешлек ҡыҙҙырыу талаптары йомшара

Яҙҙың тәүге айынан башлап, ихатала, дачала шешлек әҙерләү еңелләшәсәк. Сөнки ҡануниәт ҡағиҙәләрен үҙгәртәләр.

Ихатала шешлек ҡыҙҙырыу талаптары йомшара
Ихатала шешлек ҡыҙҙырыу талаптары йомшара
Был турала РФ Дәүләт Думаһы депутаты Никита Чаплин һөйләгән.
Уның белдереүенсә, әлеге талаптар буйынса алты сутый дачала закон боҙмайынса ғына шешлек ҡыҙҙырыу мөмкин түгел. Береһе лә талапты үтәмәй. Үтәй ҙә алмай. Ә шешлек бешерә.
Шуға ла хәҙер мангал менән биналар араһы ҡыҫҡартыла. Йәғни, бығаса 50 метр ара рөхсәт ителһә, хәҙер биш метрғаса кәмей.
Ҡыҙыҡ беҙҙә: тәүҙә уйламайынса тыялар, унан кире бөтөрәләр...
 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: