Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Февраль 2023, 10:47

Хәйриә концерты ойошторола

Башҡортостанда "Сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары" йәмәғәт ойошмаһы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү өсөн Дәүләкән районы хакимиәте менән берлектә "Үҙебеҙҙекеләргә ярҙам итәйек" хәйриә концертын әҙерләй. Билет һатыуҙан килгән аҡса яугирҙарға гуманитар ярҙам һатып алыуға тотоноласаҡ.

Хәйриә концерты ойошторола
Хәйриә концерты ойошторола

Концерт 17 февралдә Дәүләкән район мәҙәниәт йортонда була. Сәхнәлә урындағы артистар, тынлы оркестр, «Экспромт» халыҡ-инструменталь ансамбле, шулай уҡ Башҡортостан, Яр Саллы һәм Мәскәү ҡалаларынан сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары сығыш яһаясаҡ, тип яҙа "Башинформ" агентлығы.

Фото: vk.com

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: