Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Февраля 2023, 14:56

Дүртөйлөлә күсмә кәңәшмә үтте

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Федераль юл агентлығы ("Росавтодор") етәксеһе Роман Новиков Дүртөйлө районында республикала транспорт һәм юл буйынса ғәмәлгә ашырылған мөһим проекттарға арналған күсмә кәңәшмә уҙғарҙы.

Дүртөйлөлә күсмә кәңәшмә үттеДүртөйлөлә күсмә кәңәшмә үтте
Дүртөйлөлә күсмә кәңәшмә үтте

Кәңәшмәнән алда етәкселәр "Волга" М - 7 федераль трассаһының республикалағы участкаһын ҡарау маҡсатынан осош яһаны.

Роман Новиков билдәләүенсә, федераль әһәмиәттәге юлда ҙур төҙөлөш бара. Бында 480 кеше эшләй, 360 берәмек төҙөлөш техникаһы йәлеп ителгән. "Росавтодор" етәксеһе объектҡа асфальт-бетон ҡатнашмаһын үҙебеҙҙең етештереүселәрҙән алырға ҡушты. Бының өсөн беҙҙә бөтә мөмкинлек бар.

Күсмә кәңәшмәлә инфраструктура проекттарын ғәмәлгә ашырыу тикшерелде. Роман Новиков юл-транспорт ваҡиғаларында үлем осрағын кәметеү буйынса эштең һөҙөмтәлелеген баһалап, төбәк етәкселегенә рәхмәт белдерҙе. Былтыр федераль юлдарҙа әлеге күрһәткес 48 процентҡа кәмегән. Был - уртаса Рәсәй күрһәткестәренән юғары.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Дүртөйлөлә күсмә кәңәшмә үтте
Дүртөйлөлә күсмә кәңәшмә үтте
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас