+13 °С
Болотло
Бикбулаттар "Айыҡ ауыл - 2022" республика конкурсында ҡатнаша. Унда көн һайын тиерлек бер сара ойошторола - ауыл халҡы бик әүҙем.
Мәктәптең спорт залында үткән "Күңелле старттар"ҙа ауылдың йәмәғәт ойошмалары ҡатнашты. Биш команда көс һынашты: "Аҡһаҡалдар ҡоро", "Ағинәйҙәр ҡоро", "Атайҙар Советы", "Серҙәштәр" (ҡатын-ҡыҙҙар советы), "Кесе ҡоролтай"(уҡыусылар).
Һәр береһе тырышты, һәр кемеһенә - афарин! Әммә еңеүсе берәү була. Ул - "Кесе ҡоролтай" командаһы. Ә дөйөм алғанда, берҙәмлек, дуҫлыҡ еңде!
Һеҙгә уңыштар, бикбулаттар!
Фото һәм сығанаҡ: «Трезвое село-2022» д.Бикбулатово (vk.com)