Ҡабаҡ менән лимон
2 лимон, 1 кг ҡабаҡ һәм 1 кг шәкәр алырға. Ҡабаҡтың йомшаҡ өлөшөн һәм лимонды ҡабығы менән бергә ит үткәргес аша үткәрергә һәм шәкәр ҡушып бутарға. Ашар алдынан берәр ҡалаҡ ҡабырға. Шәкәр урынына бал ҡушһаң, тағы ла һәйбәтерәк.
Һарымһаҡ менән алма һеркәһе
Һәр иртән ваҡланған бер һарымһаҡ бүлкәтен бер балғалаҡ алма һеркәһе ҡушылған бер стакан һыуға ҡушып ашарға.
Сөгөлдөр кеүәҫе
Уны әҙерләү өсөн 1 кг сөгөлдөр, 2 – 3 л һыу, 3 ҡалаҡ алма һеркәһе, бал һәм лимон кәрәк. Сей сөгөлдөрҙө ҡырғыстан ҡырып, өс литрлыҡ банкаға һалырға, өҫтөнә ҡайнаған һыу ҡойоп, алма һеркәһе өҫтәргә һәм өҫтөн марля менән ябып, 2 – 3 көн төнәтергә. Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда 100 мл кеүәҫкә лимон һуты һәм бал ҡушып эсергә. Дауаланыу курсы – ике ай.
Сөгөлдөрлө-баллы ҡатнашма
300 мл сөгөлдөр һутына 200 г шыйыҡ балды ҡушып, яҡшы итеп бутарға. Көнөнә 2 – 4 тапҡыр ашарҙан алда берәр ҡалаҡ ҡабырға.