Трубканы алған ҡатын кеше хеҙмәт өсөн хаҡты һәм страховканы алдан түләргә кәрәклеген аңлатҡан, банк иҫәбен яҙып ебәргән. Егеттәр шунда уҡ 15 мең һум күсерә һалған. Тик "ҡыҙҙың" аппетиты үҫеп, ул тағы ла 10 мең һораған. Студенттарҙың стипендия алған мәле булғандыр, ахыры, иҫәпләшеп тормай, ул аҡсаны ла күсергәндәр. Көйәҙ "ҡыҙ", аҡсағыҙ килмәне, тағы ла 20 мең ебәрегеҙ, тип әйткәс кенә, егеттәр алданғанын аңлап, аҡсабыҙҙы кире ҡайтарығыҙ, тип талап итә башлағандар. Тик "ҡыҙ", иҫәп блокка ҡуйылған, 20 мең һум ебәрһәгеҙ генә аҡсағыҙҙы кире ҡайтара алам, тип һаман быларҙың башын бутарға маташҡан... Ярай ҙа, исмаһам, шул аҡсаны ебәрмәҫкә баштары еткән йәштәрҙең.
Был факт буйынса енәйәт эше асылған, тип Салауат ҡалаһынан Зилә Кинйәкәева хәбәр итә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.