– Закон проекты башҡа граждандарға һунар ҡоралын һәм уға патрондарҙы ваҡытлыса файҙаланыуға биреү өсөн хоҡуҡи нигеҙҙәр билдәләй, – тип комментарий бирҙе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Ҡоралдың һәм уға патрондарҙың хужаһы уларҙы бары тик һунар билеты һәм махсус рөхсәте булған һунарсыларға ғына бирә ала. Ошоға бәйле закон проектында контроллек итеү тәртибенә үҙгәрештәр индерелә: һунар инспекторҙарына тейешле документтарҙы тикшереү хоҡуғы бирелә.
Парламент спикеры билдәләүенсә, ошо закон проекты тарафынан республиканың норматив хоҡуҡи базаһы федераль ҡануниәттәге һуңғы үҙгәрештәр менән ярашлылыҡҡа килтерелә. Яңылыҡтар ҡорал хаҡындағы һәм һунар туризмын үҫтереү тураһындағы ҡануниәтте камиллаштырыуға йүнәлтелгән.
Үҙгәрештәр 2023 йылдың 15 июленән көсөнә инергә тейеш, тип яҙылған парламенттың рәсми сайтында.