Бөгөн ошондай медицина учреждениеларында 718 табип эшләй, тағы ла 138 белгес талап ителә.
– Табиптарҙы һәм урта медицина персоналын йәлеп итеүҙең төп сараһы булып берҙәм түләү һәм пособие сифатында ярҙам күрһәтеү буйынса федераль һәм республика программалары тора. Улар буйынса былтыр финанслау күләме 185 млн һум тәшкил итте. 172 медицина хеҙмәткәре түләүҙәр алды, – тине Андрей Назаров.
Түләү тәртибе тураһында БР һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин ентекләберәк һөйләне. Уның әйтеүенсә, бындай түләүҙәргә терапевт, участка терапевты, педиатр, участка педиатры һәм дөйөм практика табибы булып эшләүсе белгестәр дәғүә итә ала.
Программаны тормошҡа ашырыуға 150 млн һум ҡаралған. Һәр табип 3 млн һум күләмендә түләү аласаҡ. Йәғни килешеү төҙөгәндән алып йыл һайын берәр млн һум түләнәсәк.