Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Февраль 2023, 09:00

СВО-лағы Белорет яугирҙәренә ике "буханка" УАЗ оҙатыласаҡ

Бының турала район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта үҙ сәхифәһендә хәбәр итте. Автомобилдәрҙе һатып алыуҙа урындағы полиция хеҙмәткәрҙәре, битараф түгел кешеләр һәм эшҡыуарҙар ярҙам иткән. Афарин!

СВО-лағы Белорет яугирҙәренә ике "буханка" УАЗ оҙатыласаҡСВО-лағы Белорет яугирҙәренә ике "буханка" УАЗ оҙатыласаҡ
СВО-лағы Белорет яугирҙәренә ике "буханка" УАЗ оҙатыласаҡ

Махсус хәрби операцияла ҡала-райондан мобилизацияланған яҡташтарға "буханка"лар ебәреү идеяһы менән бүлек хеҙмәткәре сығыш яһаған булған. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлеге начальнигы, полиция полковнигы Дим Нәҙербаев һәм барлыҡ личный состав уны ҡеүәтләгән. Өс көндә белорет хоҡуҡ һаҡлаусылары етерлек күләмдә аҡса йыйған. Быға "Дозор" запастағы хәрби разведчиктары һәм эске ғәскәрҙәрҙең запастағы хәрбиҙәре лә үҙ иғәнәһен индергән.
Икенсе машинаны район-ҡала халҡы һәм эшҡыуарҙары һатып алған. Ике УАЗ-ды яҡшылап әҙерләп, кәрәк-яраҡтар менән тәьмин иткәндәр. Республиканың сираттағы гумконвойы менән "буханка"лар СВО-ға юлланасаҡ. 


 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас