Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Февраль 2023, 22:30

Суд аша компенсация түләтеү урынына...

15 ғинуарҙа Стәрлетамаҡта 19 йәшлек егеттең ғәйебе менән ике машина бәрелешә. Егеттең ОСАГО-һы булмағас, икенсе машина хужаһына зыянды ҡаплауҙы суд аша хәл итергә тәҡдим итә. Тик 30 йәшлек ир бының менән ризалашмай, аҡса юллар өсөн әсәһе менән апаһын егеттең ата-әсәһенә ебәрә. Яҡындары буш ҡул ҡайтҡас, ир көс ҡулланырға була.

Суд аша компенсация түләтеү урынына...
Суд аша компенсация түләтеү урынына...

Уның таныштары, 21 һәм 23 йәшлек ике егет, 20 йәшлек ҡыҙ, "ябыҡ осрашыуға" аварияға сәбәпсене саҡыра. "Стрелка"ға 19 йәшлек егет үҙенең дуҫы менән килә. Тәүҙә уларҙы кәмһетәләр, шунан туҡмай башлайҙар. "Рухи зыянды ҡаплар өсөн" 150 мең һум талап итәләр, егеттең дуҫының машинаһын талап алыу менән янайҙар.

Йәш егеттәр, һөйләшеүҙе диктофонға яҙҙырабыҙ, тиһәләр ҙә, енәйәттә ғәйепләнеүселәрҙе был туҡтатмаған. Йәнәһе лә, бер кем дә бының менән булышып та тормаясаҡ, тип раҫлағандар. Ләкин улар хаталанған. Туҡмалған егеттәр полицияға барып, ғариза яҙғас, ул өсәүҙе бүлеккә килтереп, уларға ҡарата енәйәт эшен асҡандар (русса ошолай яңғырай: по факту вымогательства, совершенного группой лиц по предварительному сговору с применением насилия).

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

 

.

 

 

Суд аша компенсация түләтеү урынына...
Суд аша компенсация түләтеү урынына...
Суд аша компенсация түләтеү урынына...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: