Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Февраль 2023, 14:40

Республикала йәшәүселәр февралдә нисек ял итәсәк?

Февралдә илебеҙ Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләй, ул кесе йомаға тура килә һәм ял көнө буласаҡ.

Республикала йәшәүселәр февралдә нисек ял итәсәк?
Республикала йәшәүселәр февралдә нисек ял итәсәк?

1 ғинуар – йәкшәмбегә тура килеү сәбәпле, ял көнө йомаға – 24 февралгә күсерелде.  Һөҙөмтәлә 23 февралдән 26-һына тиклем ял итәсәкбеҙ.

 

22 февралдәге эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла, сөнки ул байрам алды көнө булып тора. Алты көнлөк эш аҙнаһында шәмбе, 25 февраль, эш көнө була.

 

Шулай итеп, февралдә биш көнлөк эшсәндәрҙе 18 эш көнө - 17 тулы һәм бер ҡыҫҡа, шулай уҡ 10 ял һәм байрам көнө көтә.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: