- Бөгөн республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә төрлө ярҙамды үҙ эсенә алған саралар планы тормошҡа ашырыла. Әммә беҙ колледждарҙа һәм вуздарҙа белем алған балаларға айырым иғтибар бирергә тейешбеҙ. Беҙҙә 93 колледж бар, унда 96 меңдән ашыу студент белем ала, шуларҙың 536-һы - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары, - тип билдәләне Андрей Назаров. - Төбәктең 8 дәүләт вуздарында 89 меңдән ашыу студент белем ала. Уларҙың 122-һе - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн ярҙам саралары тураһында ентекләберәк Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һөйләне. Урта һөнәри белем өлкәһендә улар өсөн 3 социаль ярҙам күрһәтеү ҡаралған: бушлай ҡайнар аш биреү; сертификат менән тәьмин итеү һәм белем алыу осоронда ятаҡтарҙа урындар менән тәьмин итеү.
- Бушлай ашты алыр өсөн белем учреждениеһына мөрәжәғәт итер кәрәк, бөгөнгө көнгә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренән 536 бала бушлай аш менән тәьмин ителгән, - тине Айбулат Хажин. – 61 студент Башҡортостан Республикаһының дәүләт колледждарында урта һөнәри белем программалары буйынса уҡыуға хоҡуҡты раҫлаған сертификат алған.
Тулыраҡ мәғлүмәт рәсми сайтта: https://pravitelstvorb.ru/news/20070/