Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән тормошҡа ашырылған «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм» программаһы – бының асыҡ миҫалы. Был социаль проект буйынса пенсионерҙар тыуған республика буйлап, бер көнлөк бушлай сәйәхәткә сыға ала.
«Для нас очень важно, чтобы и на пенсии представители нашего старшего поколения жили активно, интересно, насыщенно. Мы хотим показать им нашу интереснейшую и уникальную республику, — тип аңлата үҙенең ҡарарын Башҡортостан башлығы. — Часто бывает так, что человек родился и всю жизнь проработал в одном районе. Ездил в командировки и на отдых в другие регионы, а по Башкирии и не путешествовал. Не было надобности, да и зачем, на чём… Считаю это крайне несправедливым. У нас полно интереснейших мест. Поэтому мы продолжаем и развиваем программу «Башкирское долголетие».
Был программа 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Башҡа турҙарҙан айырмалы рәүештә, ул буш һәм бер көнгә генә иҫәпләнгән. Республикала йәшәүсе ололар йылына бер тапҡыр ошондай сәйәхәткә сығыу хоҡуғы менән файҙалана ала.
Әйткәндәй, тәҡдим ителгән турҙар һәм проектта ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта бар. Мәҫәлән, 2020 йылда проектты тормошҡа ашырыу өсөн 4 мең квота бүленһә, былтыр уларҙың иҫәбе 10 меңгә еткән. 2023 йылда иһә ҡатнашыусылар һаны ике тапҡырға артып, 20 меңгә етәсәк.
Фото:Башинформ.