Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Февраль 2023, 01:14

Ҡот осҡос енәйәт ҡылған булған...

24 йыл элек 83 йәшлек әбейҙе ыҙалатып үлтергән енәйәтсене ҡулға алғандар.

Ҡот осҡос енәйәт ҡылған булған...
Ҡот осҡос енәйәт ҡылған булған...

1999 йылдың сентябрендә Благовещен районының Иҫке Илек ауылында бите, башы ярылып бөткән, көсләп үлтерелгән 83 йәшлек әбейҙең мәйете табыла. 

Енәйәт эше асылһа ла, әбейҙе үлтергән ҡәбәхәтте таба алмайҙар. Ләкин енәйәтсене эҙләүҙе туҡтатмайҙар.

Яңыраҡ БР буйынса ЭЭМ Енәйәтте тикшереү идаралығы, эксперт-криминалистик үҙәге, Рәсәйҙең Тәфтиш комитетының урындағы подразделениеһы хеҙмәткәрҙәре был енәйәткә көсләү буйынса алдан хөкөм ителгән берәүҙең ҡағылышы барлығын асыҡлай. Өфөлә йәшәгән, бер нисә тапҡыр ултырып сыҡҡан 39 йәшлек ирҙе ҡулға алғас, ул үҙ ғәйебен танып, хәлдең нисек булғанын һөйләй.

Ул ваҡытта 16 йәшлек үҫмер Өфөлә йәшәһә лә, ата-әсәһе менән олатаһына, Иҫке Илек ауылына, йыш барып йөрөгән. Бер ҡайтҡанында иптәштәре менән осрашып, компаниялары клубҡа сыҡҡан. Аҙаҡ ауыл буйлап йөрөгәндәр, 83 йәшлек әбейҙең өйө янында спиртлы эсемлектәр эскәндәр. Барыһы ла иҫерешеп, өйҙәренә таралышҡан. Ә был 16 йәшлек үҫмер әбейҙең өйөндә уты һүнгәнен күргәс, араҡы һатып алыр өсөн уның аҡсаһын урларға була. Өйгә тәҙрә аша инә. Шикле тауыштарҙы ишеткән хужабикә уянып, утты ҡабыҙа һәм үҫмерҙе күрә. Енәйәтсе ҡурҡып, тимер сәйнүкте ала ла, әбейҙең битенә, башына һуға башлай. Шунан ҡорбанын көсләп, үлемесле яралап, сығып ҡаса.

Енәйәт эшен тикшереү дауам итә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: