- Беҙҙең тыңлаусылар - потенциаль эшҡыуарҙар. Эш башлар алдынан беҙ уларҙы уңышлы эшмәкәрлек өсөн кәрәкле инструменттар, белем менән тәмин итергә теләйбеҙ, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Ирина Абрамова. - Медиация - ул, мәҫәлән, хоҡуҡ һаҡлау органдарын йәлеп итмәйенсә, бәхәсле хәлдәрҙе көйләү ысулы. Буласаҡ эшҡыуарҙар был инструменттың барлығын белергә һәм уны оҫта файҙалана белергә тейеш, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды бизнес-омбудсмен.
Дәрес барышында Алина Мифтахова был инструменттарҙың өҫтөнлөктәре, уның ҡулланыу алымдары, шулай уҡ профессиональ медиаторҙар эшмәкәрлеге тураһында ентекле һөйләне. Шулай уҡ ул Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил эксперттарының йәмәғәт эше, бизнеста ниндәй проблемалар булыуын, республикала хәүефһеҙ һәм уңайлы бизнес-мөхит булдырыу өсөн ниндәй ҡарарҙар ҡабул ителеүен һөйләне.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.