Һөҙөмтәлә Благовар, Дыуан, Көйөргәҙе һәм Федоровка райондарында һыу объекттарының һыуһаҡлағыс зонаһы сигендә биш үләкһә ҡәберлеге урынлашыуы асыҡланған.
Башҡортостан Республикаһы прокуратураһынан аңлатыуҙарынса, ҡануниәттең санитар-эпидемиология талаптарына ярашлы, күрһәтелгән биләмәләрҙә үләкһәләр ҡәберлеге урынлаштырыу тыйыла.
Шунлыҡтан тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһы, төбәк ветеринария идаралығын законһыҙ ерләүҙәрҙе бөтөрөүҙе мәжбүр итеү өсөн, судҡа дәғүә ғаризаһы менән мөрәжәғәт итте.
Суд прокуратураның дәлилдәрен нигеҙле тип һанап, уларҙы ҡәнәғәтләндерҙе. Суд акты ҡарарын башҡарыу күҙәтеү органы контролендә.
Фото:Башинформ.