Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Февраль 2023, 18:58

Константин Толкачев яугирҙар менән осрашты

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев ошо көндәрҙә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтыусы М. Шайморатов һәм А. Доставалов исемендәге ирекле батальондар яугирҙары менән осрашыу үткәрҙе.

Константин Толкачев яугирҙар менән осрашты
Константин Толкачев яугирҙар менән осрашты

Осрашыуҙа шулай уҡ парламент Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров, даими комитеттар етәкселәре Салауат Хөсәйенов, Салауат Харасов һәм Хәлил Рәхимов ҡатнашты.

Депутаттар хәрби бүлексәләрҙең матди-техник тәьмин ителеше, хәрбиҙәрҙең кәйефе, уларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларының һөҙөмтәлеге менән ҡыҙыҡһынды.

Яугирҙар Башҡортостандан гуманитар ылауҙы ойоштороуҙың юғары кимәлдә булыуын һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам буйынса ҙур эш башҡарылыуын айырым билдәләп үтте.

Улар шулай уҡ депутаттарға тахник сараларҙың айырым төрҙәренә ихтыяждың ҙур булыуы хаҡында хәбәр итте. Парламентарийҙар, үҙ сиратында, кәрәкле әйберҙәрҙе хәрби хәрәкәттәр зонаһына ебәреү мөмкинлеген ҡарауҙы бурыс итеп алды.

Осрашыуҙа шулай уҡ үҫеп килеүсе быуында илһөйәрлек тәрбиәләү, хәрбиҙәрҙең шәхси составы менән хәрби-сәйәси эшмәкәрлек алып барыу кеүек һәм башҡа мәсьәләләр күтәрелде.

Фото һәм сығанаҡ: gsrb.ru

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: