Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Ғинуар 2023, 17:00

Ҡышҡы десерт

Әҙерләп ҡарағыҙ. Тәме онотолмаҫ, тиҙәр.

Ҡышҡы десерт
Ҡышҡы десерт

Лимон желеһы – 1 пакет (90 г)

Һыу – 200 г

Ҡаймаҡ – 350 г

Эремсек – 200 г

Шәкәр пудраһы – 2 ҡалаҡ

Ваниль шәкәре – 1 пакет (10 г)

Печенье – кекс формаһына һалырлыҡ күләмдә

Тәүҙә бер пакет лимон желеһын ҡайнар һыуға һалып, ирегәнсе болғатабыҙ ҙа, һыуынғансы ултыртып торабыҙ. Шул арала эремсекте блендерҙа болғайбыҙ (ҡул менән дә яҡшылап иҙгеләргә була).

25 процент ҡуйылыҡтағы ҡаймаҡҡа шәкәр пудраһы, бер пакет ваниль шәкәре ҡушабыҙ ҙа, бутап, эремсекте лә өҫтәйбеҙ. Уға лимон желеһын да ҡушҡас, шыйығыраҡ масса килеп сыға.

Кекс өсөн формаға (25*11 см) махсус пленка йәйгәс, унда тәүҙә печенье һалабыҙ, өҫтөнә баяғы желелы массаны ҡоябыҙ. Һәм һыуытҡысҡа бер сәғәткә ҡуябыҙ.

Десерттың өҫтөнә һибеү өсөн 20 г аҡ май, 20г шәкәр һәм 40 г кокос онтаҡтарын әкрен утта алтынһыу төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырып алабыҙ. Уны һыуытып, десертҡа һибәбеҙ. Тағы ла 2 – 3 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торһаҡ, ныҡ тәмле десерт килеп сыға, ти бешереп ҡараусылар.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: