Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Ғинуар 2023, 18:15

"Яугир", алға!

Белорет ҡалаһынан Абдулҡадир Нурғәлин етәкләгән "Яугир" ҡатнаш көрәш спорт үҙәге тәрбиәләнеүселәре ниндәй генә ярышҡа барһа ла, мотлаҡ уңыштарға өлгәшә. Мәҫәлән, кисә Өфөлә үткән панкратион буйынса республика чемпионаты һәм беренселегендә 11 йәшлек Даниэль Ҡанафин алтын миҙал яулаһа, 12 йәшлек Әминә Нурғәлина менән 13 йәшлек Имран Ҡабулжанов көмөш миҙал алған.

"Яугир", алға!
"Яугир", алға!

Башҡортостан Республикаһы Спорт министрлығының 100 йыллығына арналған был турнир Волга буйы федераль округы чемпионаты һәм беренселегендә ҡатнашыу өсөн һайлап алыу туры ла булып тора. Беренсе-өсөнсө урын яулаусы спортсылар Башҡортостан Республикаһы командаһы исеменән сығыш яһаясаҡ (12 йәштән алып).

21 ғинуарҙа шулай уҡ панкратион буйынса үткән республика чемпионаты һәм беренселегендә спорт мастерлығына кандидаттар Эвилина Хаджиева менән Иштуған Шәмиғолов алтын миҙалға лайыҡ булһа, спорт мастерлығына кандидат Батыр Ишбулатов пьедесталдың икенсе баҫҡысына күтәрелде. Һәм өсөһө лә Һамар ҡалаһындағы ярышҡа путевка яуланы.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Фото: https://vk.com/public191766608

 

 

"Яугир", алға!
"Яугир", алға!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: