-6 °С
Болотло
"Әле бында канал йырҙаһы буйынса бар бетон эштәре тамамланған. Төҙөүселәр технологик күпер нигеҙен ҡора, кеше үткәргес металл конструкцияларын урынлаштыра.
Комплекс 250 метрға һуҙыласаҡ. Унда старт, финиш һәм уртала урынлашҡан тренировка бассейндары буласаҡ. Яһалма шаршыларҙа һыу ағымы идара ителә.
Йөҙөү каналы Йылы күле менән Ҡариҙел йылғаһын тоташтырасаҡ. Ул спортсыларға йыл әйләнәһенә күнекмә яһау урыны һәм юғары кимәлдә чемпионат уҙғара торған заманса комплекс буласаҡ", - тигән Р.Хәбиров.