Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Ғинуар 2023, 15:00

Рөстәм Нәбиев тауҙарға күтәрелеүенең сәбәбен әйтте

Блогер Рөстәм Нәбиев был хаҡта социаль селтәрҙәге дуҫтары менән бүлеште.

Рөстәм Нәбиев тауҙарға күтәрелеүенең сәбәбен әйтте
Рөстәм Нәбиев тауҙарға күтәрелеүенең сәбәбен әйтте
  • Тауҙарға артылыу миңә һәр ваҡыт тормошта осраған ҡаршылыҡтарҙы еңеү менән бер булды. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: тау – ул һеҙҙең йәшәйешегеҙ. Һеҙ йә уның өсөн көрәшәһегеҙ һәм үргә артылаһығыҙ, йә ҡул һелтәйһегеҙ һәм түбәнгә тәгәрәйһегеҙ. Мин һаман үҙемдең тәғәйләнеүемде эҙләйем. Тауҙарҙа, кешеләрҙә... Улар теҙләнеп ғәфү үтенә, илай, рәхмәт әйтә... Мин дә казарма емеректәре аҫтында ятҡанда, үҙемдән һуң бер ни ҡалдырмай үлеүемдән ҡурҡтым. Һәм бына миңә нимәлер эшләргә тағы ла бер мөмкинлек, ваҡыт бирелде. Белмәйем, ул ҡасанға тиклем дауам итер. Шулай ҙа минең өсөн уның һәр минуты ҡәҙерле. Ошо донъяға йылымды, яратыуымды биреп ҡалырға ашығам,  – тине блогер.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: