Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Ғинуар 2023, 21:00

Ирмәк Ҡарағужиндың яҡты иҫтәлегенә

Тыуған ауылым Күсемдәге төп араларҙың береһе — моҙғалар араһының (Ҡарағужа олатайҙан таралған) ир уҙаманы, Салауат апа һәм Талиба инәйҙең (икеһе лә мәрхүмдәр) кинйә улдары, тыуған илебеҙҙең тыныслығы өсөн көрәшкән, ҡаһарман йөрәкле ҡустыбыҙ Ирмәк Ҡарағужинға арнайым.   Аҡ күлдәген кейеп ҡаршы алды Тыуған яғың һине яу еренән. Аҡ булмышы, саф һулышы менән Дауаларға һине яу сиренән. Яу сиренең дауалары бармы? Бармы йөйһөҙ тәндең яраһы? Бармы уңалтырлыҡ берәй әмәл Тишкеләнгән йәндең яраһын. Йәнең яраһынан – сей яранан Тып-тып, тып-тып тамды тамсылар. Һәр тамсыһы шыйыҡ сыбыртҡылай Бик аяуһыҙ йәнде ҡамсылай. Ҡамсыланған тән, йән яраларын Алып ҡайтып киттең ауылға. Яраларға шифа табалманың, Ҡаршы тороп баҫтың дауылға. Бер ҡомартҡы ҡалды осрашыуҙан – Ап-аҡ йомшаҡ мамыҡ шәл генә. Әжәл еренән дә аҡ хистәрҙә ҡайттың – Кем уйлаған... үтер мәл генә. Күңел яраларың асыҡ килеш Һин юлландың ҡабат афәткә. Һин юлландың оло Ватаныңдың Киләсәген күреп бәхеттә. Ап-аҡ күлдәк кейеп ҡаршы ала Тыуған яғың һине – батыр улын. Тик ниңәлер һин үҙең дә бөгөн Аҡҡа төрөнгәнһең, бир ҡулың... Төрөнгәнһең, әллә өшөйһөңмө, Урайыммы мамыҡ шәлеңә, Ун шәле лә йәл дә булмаҫ ине, Йылыһы юҡ хисһеҙ хәлеңә. Ап-аҡ ҡарҙар, ап-аҡ мамыҡ шәл дә – Һинең күңелеңдең көҙгөһө. Береһе – һалҡын, береһе – йылы, ни хәл? Ҡапма-ҡаршылыҡтар... түҙ генә... Аҡ хистәрҙә, аҡ миҙгелдә юлың, Мәңгелек йортоң булһын аҡ йортта. Доғаларҙан йәнең тыныслланып Тыныс йоҡла, ҡустым, тын йоҡла! (Зөлфирә Ҡарағужина)  

Ирмәк Ҡарағужиндың яҡты иҫтәлегенә
Ирмәк Ҡарағужиндың яҡты иҫтәлегенә

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: