Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Ғинуар 2023, 18:30

"Газель" микроавтобусы янып киткән

Бөгөн көндөҙ Өфөнөң Энтузиастар урамында, "Планета" сауҙа-күңел асыу үҙәге янында, "Газель" микроавтобусы янып китә. 248-се маршрут буйынса хәрәкәт иткән йәмәғәт транспортының мотор бүлегенән төтөн күренеү менән салондағы ун кеше лә тышҡа сығып өлгөргән, зыян күреүселәр юҡ. Әлдә вайымһыҙ булмаған граждандар янғын һүндереүселәр килеп еткәнгә тиклем, ҡул аҫтындағы әйберҙәр менән утты һүндерергә ярҙамлашҡан. 

"Газель" микроавтобусы янып киткән
"Газель" микроавтобусы янып киткән

Уҙған тәүлектә 12 техноген янғын сыҡҡан, уларҙың 11-һе шәхси секторҙа булған.

Өфөлә Запотоцкий урамында - дүрт фатирлы ике ҡатлы йорт, Черниковкала һәм Степан Кувыкин урамында кешеләрҙең йорт мөлкәте, Бәләбәйҙә - йорт мөлкәте, Мәләүез районында - мунса, Бишбүләк районында - һарай, Дүртөйлө районында - гараж эсендәге әйберҙәр, Салауат районында - берәүҙәрҙең аш бүлмәһендә йыһазы, икенселәрҙең - гаражы, утынлығы, Баймаҡта - йорттоң тышы янған.

Янғынды һүндереүгә ҡарағанда иҫкәртеүе еңелерәк! Ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыу телефоны - 112.

Фото: МЧС РБ.

 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: