-4 °С
Болотло
Башҡортостанда былтыр эшһеҙҙәр һаны 1,6 тапҡырға, йәғни 30 мең кешегә кәмегән.
БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, был йыл башы күрһәткестәре лә ыңғай кеүек: 11 ғинуарға ҡарата теркәлгән эшһеҙҙәр һаны кәмеүен дауам итә. Был, тимәк, эш табалар, тигән һүҙ. Әле мәшғүллек үҙәктәрендә 15,2 мең кеше иҫәптә тора.
Былтыр халыҡтың эш урындарын һаҡлауға, эш булдырыуға йүнәлтелгән сараларға булышлыҡ итеү маҡсатында, федераль ҡаҙнанан 1 465 млн һум аҡса алынған. Шул суммаға 30 мең самаһы граждандың эш урынын һаҡлау мөмкин булған.