Аптыраҡ: бер бүлмәле фатирҙа 100 бесәй йәшәй.
Калуга өлкәһендәге Обнинск ҡалаһында бәләкәй фатирҙа мыраубикәләр һәм мыраубайҙар үҙҙәре генә көн итеп ятҡан, имеш. Бер көн килеп, уларҙы ҡыуғандар.
Шул йортта йәшәүсе кешеләр шаҡ ҡата: был бесәйҙәрҙе фатирына индергән ханым ауырыумы әллә хайуанҡайҙарҙы шул тиклем яратамы? Яратһа, ниңә уларҙың үҙҙәрен генә ҡалдырып киткән һәм ашарға ла көн һайын килтермәгән?
Ишекте асып инеүсе МЧС хеҙмәткәрҙәре ултыра төшә яҙған: өҫтәлдә – бер кәстрүл бутҡа, бәҙрәфтә – һәммәһенә бер һауыт. Ә бесәйҙәр 100 баш! Ирекмәндәр, уҙа барһа, 20 бесәйҙер, тип уларға хужа эҙләй башлаған булған. Бына һиңә мә: шкафтарҙа ла – бесәй, диванда ла – бесәй, этажеркаларҙа ла – бесәй! Яңы тыуған бесәй балалары сыйылдаша, тыуҙырырға етешкән бесәйбикә ауыр баҫып йөрөй, ата бесәйҙәр аҡырыша! Еҫ тураһында әйтеп тә тораһы түгел, тип аптырай волонтерҙар. Ҡот осорлоҡ!
Фатир хужабикәһен судҡа биргәндәр. Суд ҡарары буйынса фатирҙы бушатырға кәрәк булған. Тик ханым ыжлап та бирмәгәс, ахырҙа МЧС, полиция, ҡала хакимиәте вәкилдәре, ирекмәндәр бергә килеп, ишекте ҡайырып асып, бесәйҙәрҙе сығарырға мәжбүр булған. Зооволонтерҙар мәж килә икән – 100 бесәйҙе ҡайҙа итергә?! Шулай ҙа 90-ын ветклиникаға урынлаштырғандар. Хәҙер яңы хужалар эҙләйҙәр.