33 йәшлек ҡатын Юрий Гагарин урамында подъезд янында торған. Ошо ҡәбәхәт йүгереп килгән дә, уға арттан һуғып, телефонын тартып алған. Ҡатын ҡысҡыра башлағас, вайымһыҙ булмаған граждандар ҡасырға маташҡан талаусыны тотҡан, полицияға тапшырған.
Был бәндәгә ҡарата енәйәт эше асылған. Үҙенең ҡылыҡтарын ул бер нисек тә аңлата алмаған. Уйламай ҡылған ғәмәлдәренең катализаторы ғаилә тормошондағы проблемалар ҙа булыуы ихтимал. Ләкин кемдең ниндәй генә проблемалары юҡ. Инде һәр осраҡта ла кешеләргә ташланырғамы инде?
Фото: Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.