2022 йылда Башҡортостан сәнәғәтенә һәм энергетикаһына булышлыҡ итеүгә 4,3 млрд һум аҡса йүнәлтелгән. Бюджетта ҡаралғанса күләмгә шаҡтай ҙур сумма (3600 млн һум) өҫтәлгән. Федераль ҡаҙнанан да өҫтәмә 175 миллион һум килгән.
2020 йылдан алып, тармаҡҡа дәүләт булышлығының арттырылыуы аңлашыла ла. Сөнки тәүҙә - коронавирус пандемияһы, һуңынан тышҡы санкциялар иҡтисадҡа кире йоғонто яһамай ҡалманы.
Әле лә хәүеф туҡталманы. Төрлө янауға ныҡ тороу өсөн, әлбиттә, дәүләттән тағы ла ярҙам кәрәгәсәк.